

Бындай кеше менән айырылышыу күп тапҡыр хәйерлерәк икәнен иҫбатлай.
Ләкин шәриғәтебеҙҙә айырылышыу ул – бер-береңде ғәфү итеп, киләсәктә яңы бәхетле ғаилә төҙөп китеү ниәте менән башҡарыла.
Аллаһы Тәғәлә: «Мөьмин мосолман кеше өҫтөндә айырған ҡатынына тейешле бүләкләр биреү», – тине («Бәҡара» сүрәһе, 241-се аят.)
Был мәһәрҙән һәм ҡатынына элек алған кейем-һалым, бүләктәрҙән тыш, фәҡәт айырылышҡас, бер-береһенә яҡшы хистәрҙә ҡалһындар өсөн, Раббыбыҙ бөтә мосолман ир-егеткә лә ҡулынан килгәнсә айырған ҡатынына бүләктәр биреп, хәйерле ниәттәр менән ебәрергә ҡуша. Сөнки күп ваҡыт уларҙың бәйләнештәре бөтмәй. Тәүбә итешеп, бер-береһенең хаталарын аңлап, яңынан ҡауышыуы мөмкин, уларҙың уртаҡ балалары ла ҡала. Балаларға тәрбиә биреү икеһенең дә өҫтөндә, улар барыбер ғәзиз атай-әсәй. Тормошобоҙҙа күпме Раббыбыҙҙың хөкөмөнә буйһонһаҡ, үҙебеҙҙең боҙоҡ уйҙарыбыҙҙы тыйһаҡ, шул ҡәҙәрле үҙебеҙ ҙә, ғаиләләребеҙ ҙә бәхетле булыр.
Фото: Т. АМАНОВ.