

Әгәр уларҙы ваҡытында асыҡлап, юҡ итмәйенсә мул уңышҡа өмөтләнергә кәрәкмәй.
Һарымһаҡты иң яфалағаны-төрлө бәшмәк ауырыуы.
Улар: йәшел һәм ҡара үңәҙ, фузариоз, ялған ысыҡлы он, тутланыу сирҙәре.
Тәүге өс сир артыҡ дымлылыҡтан барлыҡҡа килһә, ялған ысыҡлы он сире булғанда һарымһаҡ һабағының өҫ яғы ҡыяҡтары менән бергә һарғая.Ҡыяҡтарҙа сир бәшмәктәре һорғол төҫтәге ҡуныҡ барлыҡҡа килтерә.
Ә тутланыу сире булғанда үҫемлекте һарғылт төҫтәге таптар ҡаплай.Улар яйлап ҡыҙара һәм ҡарая.
Был сирҙәрҙе булдырмау өсөн һарымһаҡты сәсеү әйләнешен һаҡларға ҡушыла.Уны һуған йәки үҙе үҫкән ергә ҡабаттан ултыртмағыҙ.
Тутланыу сире йоҡмаһын өсөн йәшелсә ҡыяҡтарына шыйыҡ дегет һабыны ҡушып буталған баҡыр купоросы иретмәһен һиптерегеҙ йәки "Квадрис", "Фитоспорин" препараттары менән эшкәртегеҙ.
Бәшмәк ауырыуҙарынан тыш, был йәшелсәне вируслы сирҙәр ҙә һағалай.
Һары кәрлә ауырыуы йоҡһа, һарымһаҡтың ҡыяҡтары һарғайып, үҫеүҙән туҡтай.
Вируслы мозаика сире булғанда, ҡыяҡтарҙа төртөктәр барлыҡҡа килеп, улар ҙурайып, асыҡ йәшел төҫтәге һыҙаттарға әйләнә.
Һарымһаҡты шулай уҡ һуған себене менән наматода-2 мм оҙонлоғондағы еп кеүек нәҙек селәүсендәр ҙә зарарлай.
Һуған себене түтәлдәргә эйәләшһә, һарымһаҡтың ҡыяҡтары һулып, һарғая һәм серей башлай.Әгәр был бөжәктәр йәшелсәгә йомортҡа һалып өлгөрһә һәм ҡарышлауыҡтары сыҡһа, уңышты ҡотҡарыу ҡыйынға төшә.
Нематода иһә үҫемлектәрҙең һабағына, ҡыяҡтарына үтеп инеп, шунда үрсей.
Һөҙөмтәлә үҫемлектең япраҡтары ҡабарып, ҡалыная, аҡ һыҙаттар барлыҡҡа килеп, улар бөгәрләнеп кибә һәм үҫеүҙән туҡтай.
Һуған себенен бөтөрөү өсөн һарымһаҡ үҫкән тупраҡҡа көл менән тәмәке онон һибергә кәрәк.
Баҡса магазинында икеһен бергә ҡушып яһалған "Табазол" һатыла.
Шулай уҡ 10 литр йылымыс һыуға 3 аш ҡалағы нашатыр спирты ҡушып , ике аҙнаға бер тапҡыр һибеү ҙә ярҙам итә.
Тик был составты июнь уртаһына тиклем генә ҡулланырға кәрәк.Сөнки нашатыр бер юлы азот ашламаһы ла һанала.
Әгәр һарымһаҡта нематода булһа, сирлеләрен ҡаҙып алып юҡ итегеҙ һәм тупраҡты 1 кв.метрға 5 литр иҫәбенән формалин (1:25 нисбәтендә) йәки водород перекисы иретмәһе менән эшкәртегеҙ.
Төрлө бөжәкте ҡурҡытыу өсөн 10 литр ҡайнар һыуға 1 стакан иләнгән көлдө һалып, ике тәүлек төнәтеп һибегеҙ.
10 литр һыуҙа 200 грамм аш тоҙон иретеп һибеү ҙә ҡамасауламаҫ.
10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нашатыр спиртын ҡойоп эшкәртеү ҙә файҙаға булыр.
Ошо ысулдарҙың күңелегеҙгә оҡшаған берәүһен һайлап, ҡулланығыҙ , дуҫтар!