

Маҡсаты - көстәрҙе берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм төбәктең ирекмәндәр берләшмәһен бүләкләүҙән тора.
Слёт 10 июндә Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1-се йорт адресы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында үтә.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү 13:30 сәғәттә башлана.
Программаның төп ваҡиғаһы — «Беҙҙең ирекмән» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү. Бөтә финалистарға ирекмәнлек эшенә индергән өлөшө өсөн Дипломдар тапшырыла. Ә төп еңеүсе «Халыҡ ирекмәне» миҙалы менән бүләкләнә.