Бөгөн — шәғирә Тамара Искәндәриәнең тыуған көнө

#ЮлайКәримовфотоһы

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн — шәғирә Тамара Искәндәриәнең тыуған көнөБөгөн — шәғирә Тамара Искәндәриәнең тыуған көнө
Бөгөн — шәғирә Тамара Искәндәриәнең тыуған көнө

Башҡорт шағирәһе

Шиғырҙарың байраҡ елберҙәтә,
Шиғырҙарың ҡылыс сыңлата,
Шиғырҙарың тып-тып мәмерйәлә
Боронғолоҡ тынын тыңлата.

Шиғырҙарың илгә оран һала,
Шиғырҙарың ҡора сымылдыҡ.
Бер ярһыныҡ, даулы тауышыңдан,
Бер тын ҡалдыҡ, йәнә шым булдыҡ…

Һин һөйләнең…
Һин күрһәттең беҙгә
Йөрәк түребеҙҙе шар асып.
Упҡындарға берсә уйылдыҡ та,
Күктәргә лә ҡайттыҡ бер ашып…

Һинең менән
Бөтә был донъялар
Янды, туңды, тынды, тулғаны…
Шул мәл ине –
Урал ҡуйынында
Башҡорт шағирәһе тыуғаны.

Тамара Искандерия

 

#ЮлайКәримовфотоһы

Автор:Юлай Кәримов