

23-27 июндә Өфөлә ҙур сара үтә. Унда Рәсәйҙең 80 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостандан III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, Шамонин ауылынан “Дарман” өлгөлө бейеү ансамбле, Күмертау ҡалаһынан “Зоренька” өлгөлө рус йыры ансамбле, Баҡалы районынан ҡурайсы Азамат Ханнанов, Көйөргәҙе районынан халыҡ йырҙарын башҡарыусы Әнүәр Вахитов ҡатнаша. Байрам саралары Өфөнөң Совет майҙанында, "Беренсе Май", "Дим" һәм Якутов парктарында, "Тулҡын" скверында үтә. Шулай уҡ "Фольклор һәм балалар" тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция үткәреү планлаштырылған. Был ҙур сарала "Ay yola" фольк-төркөмө һәм Заһир Зәйнетдинов сығыш яһаясаҡ.
Фото авторҙан.