19 йәшлек БПЛА операторын ата-әсәһе, һеңлеһе көтә

Бөгөнгө заманда пилотһыҙ осоу аппараттарынан башҡа хәрби хеҙмәтте күҙ алдына килтереү ҡыйын. 

Добавить в предпочтительные источники Google
19 йәшлек БПЛА операторын  ата-әсәһе, һеңлеһе көтә19 йәшлек БПЛА операторын  ата-әсәһе, һеңлеһе көтә
19 йәшлек БПЛА операторын ата-әсәһе, һеңлеһе көтә

Улар разведка алып бара, дошмандың хәрәкәтен күҙәтә, һөжүмдәрҙе асыҡлай һәм хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡларға ярҙам итә. Шуға күрә БПЛА операторҙары хәҙерге армияның иң яуаплы белгестәре иҫәпләнә. Улар араһында Илеш районынан сыҡҡан «Черный» позывнойлы йәш хәрби ҙә бар.

Үрге Йәркәй ауылында тыуып үҫкән егеткә әле ни бары 19 йәш кенә. Әммә ул инде армия хеҙмәтен үтеп, контракт төҙөп, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға өлгөргән.

Ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән егет бәләкәйҙән үк яуаплылыҡ тойғоһо менән үҫә. Атай-әсәйенә йорт эштәрендә ярҙамлаша, һеңлеләренә терәк була. Мәктәп йылдарында компьютер технологиялары менән ҡыҙыҡһына, төрлө уйындар уйнай. Айырыуса иғтибарлылыҡ, тиҙ реакция һәм логик фекерләү талап иткән уйындарға өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ ваҡытта спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Үрге Йәркәйҙең 4-се мәктәбен тамамлағас, Башҡорт аграр-технология колледжына уҡырға инә. Бында ул дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә.

Үткән йылдың июнь айында егетте армия сафына саҡыралар. Хеҙмәтен Уссурийск ҡалаһында урынлашҡан зенит-ракета ғәскәрҙәре часында водитель булып башлай. Әммә күп тә үтмәй, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

— Ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта ситтә ҡалырға теләмәнем. Әлбиттә, тәүҙә борсолоу ҙа булды. Әммә был ҡарарҙы йөрәк ҡушыуы буйынса ҡабул иттем, — тип иҫкә ала ул.

Контракт төҙөгәндән һуң егетте пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүгә өйрәтеү өсөн Ростов-на-Дону ҡалаһына ебәрәләр. Өс ай дауамында ул теория һәм практика буйынса белем ала, полигондарҙа төрлө шарттарҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштерә.

Уҡыуын тамамлағандан һуң ике ай дауамында үҙенең хәрби часында башҡа һалдаттарҙы уҡыта. Шулай итеп, йәш булыуына ҡарамаҫтан, инструктор вазифаһын да башҡара.

Уның һүҙҙәренсә, пилотһыҙ системалар — хәрби эштең киләсәге.

— БПЛА операторы техниканы яҡшы белергә, тиҙ ҡарар ҡабул итергә һәм төрлө шарттарҙа эшләргә әҙер булырға тейеш. Сөнки ҡайһы саҡта иптәштәреңдең именлеге һинең эшмәкәрлегеңә бәйле, — ти ул.

Бөгөн «Черный» Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ул зенит-ракета полкында бүлек командиры һәм БПЛА операторы вазифаларын башҡара.

Уларҙың төп бурысы — һауа киңлеген күҙәтеү, дошман дрондарын ваҡытында асыҡлау һәм юҡ итеү.

Ғинуар айында хәрби бурыстарын үтәгәндә ул юғары оҫталыҡ күрһәтә. Егет дошмандың «Баба-Яга» тибындағы ике ауыр гексакоптерын юҡ итә. Бөгөн уның шәхси иҫәбендә өс дошман дроны бар.

Күрһәткән батырлығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ «Һуғышта батырлыҡ өсөн» һәм «СВО-ла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ә өйҙә уны ата-әсәһе һәм һеңлеһе еңеү менән ҡайтыуын көтә.

Анастасия ИВАНЦОВА,

Өфө фән һәм технологиялар университетының II курс студенты. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова