УМАРТАЛЫҠ

#ЮлайКәримовфотоһы

Добавить в предпочтительные источники Google
УМАРТАЛЫҠУМАРТАЛЫҠ
УМАРТАЛЫҠ

Рамай ҠАҺИР

 

Һиңә тағы юлым төштө,
Һаумы, таныш умарталыҡ!
Кәрәҙләнгән күңелемә
Ҡайтайымсы моңдар алып.
Тыңлап күстәрҙең геүләүен
Мин үҙем дә моңланайым.
Йылы йәйҙең яҡтыһынан
Илһамланып, нурланайым.
Наҙлы күңел кәрәҙҙәрен
Моң-хистәргә тултырып,
Дәфтәремә йырҙар теҙҙем
Йәш үләнгә ултырып.
Килде умартасы бабай:
- Әйҙе, балын тәмлә, - ти. -
Бал ҡорттарының йырлауын
Аңлайһыңмы әллә, - ти.
Аңламайса буламы һуң,
Уңған, моңло бал ҡортон.
...Күңелдәргә таратайым
Уларҙың наҙын, ҡотон!

 

#ЮлайКәримовфотоһы

Автор:Юлай Кәримов