

Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит һәм Хәмит сәсәндән яҙып алған эпос тексының машинкала баҫтырылған нөсхәһе – башҡорт халҡының бөйөк мираҫы.
Күптәр "Урал батыр" эпосының әҙәби әҫәр генә түгел, ә башҡорт халҡының тарихын, рухи ҡиммәттәрен үҙ эсенә алған халыҡ аҡылы һәм тәрбиәһе, тип билдәләй.
Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаева "Урал батыр" эпосын төптән ныҡлап өйрәнеү, уҡыусыларға һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып ятлатыу, тәржемәһен уҡығанда ла дөрөҫ мәғлүмәт биреү кәрәклеген әйтә килә.
Йәш быуында, балаларҙа эпосҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу төп бурыс булып тороуын онотмайыҡ!
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
("Урал батыр" эпосынан өҙөк).
Фото асыҡ сығанаҡтан.