

Сара үткәреү өсөн тап ошо ерҙең һайланыуы осраҡлы түгел. Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы башҡорт фольклоры һәм мифологияһы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. 2015 йылда был биләмә, Урал батыр ере булараҡ, мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән. Дөйөм майҙаны 62 мең квадрат метрҙан ашҡан тарихи-мәҙәни комплекста 17 археология ҡомартҡыһы урынлашҡан. Улар иҫәбендә Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм эпоста телгә алынған күлдәр менән бәйле тарихи урындар ҙа бар.
Байрам саралары Йылҡысыҡҡан күле буйында урынлашҡан Аҡбуҙат һәйкәле янында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды. Унда ҡатнашыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо, Йылҡысыҡҡан, Ығышма, Бәләкәй, Оло күл, Сумған күлдәренең «Урал батыр» эпосы менән бәйләнеше тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерелде. Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусылары эпостан өҙөктө сәхнәләштереп һөйөндөрһә, сара аҙағында уларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Унан килгән ҡунаҡтарға музей комплексына экскурсия үткәрелде, «Урал батыр» эпосын өйрәүгә арналған махсус тематик класс асылды. Уға тарихи ҡомартҡыбыҙҙы яҙып алыуға, һаҡлап ҡалыуға һәм киң йәмәғәтселеккә еткереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән күренекле фольклорсы, мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғоловтың исеме бирелде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләп, «Урал батыр» эпосының тәрән мәғәнәгә эйә булыуын, уны өйрәнеүҙе әһәмиәтен айырып билдәләне.
– «Урал батыр» эпосын нисә тапҡыр уҡыһаң да, һәр ваҡыт яңынан-яңы асыштар яһайһың. Был башланғыс музей сиктәрендә генә ҡалмаясаҡ, уҡыу йылы башынан бер нисә мәктәптә пилот проект рәүешендә «Урал батыр» эпосына арналған махсус кластар асыласаҡ. БР Мәғариф министрлығы менән шундай килешеүгә килдек. Был тәжрибәне камиллаштырып, республикабыҙҙың барлыҡ белем биреү учреждениеларына таратырға ниәтләйбеҙ, – тине Урал Таһир улы.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, был башланғыс – һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән матур традицияларҙың дауамы.
«Урал батыр» эпосына арналған «түңәрәк өҫтәл» дә мираҫыбыҙҙы өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән күренекле ғалимдарҙың сығыштары менән дауам итте. Филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева «Урал батыр» эпосында сағылыш тапҡан мәмерйә һүрәттәре, боронғо мифтар һәм йолалар хаҡында бәйән итте. Ул эпостағы образдарҙың һәм сюжеттарҙың меңәр йылдар буйы халыҡ хәтерендә һаҡланып килеүен билдәләп, бөтә кешелек өсөн әһәмиәтле рухи мираҫ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Филология фәндәре кандидаты Олеся Әхмәтрәхимова башҡорт эпостарының авторлыҡ интерпретациялары темаһына туҡталһа, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббөтдинова башҡорт мифологияһының сағыу образдарының береһе булған Аҡбуҙат тураһында һөйләне. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин иһә «Ҡобайырҙың заманса яңғырашы» темаһына мөрәжәғәт итте. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университының «Урал батыр» башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова үҙенең сығышында «Урал-батыр» эпосының хәҙерге мәҙәни киңлектәге урынына баһа бирҙе. Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе методисы Зөбәржәт Үтәрбаева нейроселтәр технологияларын ҡулланып, «Урал батыр» эпосын һаҡлау, өйрәнеү һәм киң аудиторияға еткереү юлдары тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, һанлы технологиялар милли мираҫты яңы кимәлдә танытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев иһә «Урал батыр» эпосын өйрәнеүҙең бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
«Робофутбол» «Урал батыр» көнөнә арналған иң сағыу сараларҙың береһе булғандыр. Ярыш барған майҙансыҡ көйәрмәндәрҙең дәртле тауыштары, алҡыштары менән гөрләп торҙо. Сараны Әбделмәмбәт мәктәбе, «Тимербатыр» робот техникаһы студияһы һәм Бөрйән районы мәғариф бүлеге ойошторҙо. Ярышта ҡатнашыусылар Урал батыр кубогы һәм «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музей-ҡурсаулығы әҙерләгән махсус бүләк өсөн көс һынашты. Командалар роботтар менән оҫта идара итеү, техник әҙерлек һәм команда рухын күрһәтеп, йыйылыусыларға онотолмаҫлыҡ мәл бүләк итте.
Көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барған бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булып Әбделмәмбәт мәктәбе ҡарамағындағы «Тимербатыр» робот техникаһы студияһы танылды. Икенсе урынға Баймаҡ ҡалаһының «Ново» командаһы лайыҡ булды, ә өсөнсө урын Исламбай мәктәбе уҡыусыларына бирелде.
Байрам сараларының рәсми өлөшөндә БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Ул «Урал батыр» эпосын башҡорт халҡының алтын рухи ҡомартҡыһы тип атап, уның быуындар бәйләнешен нығытыуҙағы әһәмиәтен билдәләне. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың тарихи хәтере тергеҙелә, боронғо исемдәребеҙ һәм рухи ҡиммәттәребеҙ үҙ урынын кире ҡайтара. Был йәһәттән Шүлгәнташ һәм «Урал батыр» эпосы халҡыбыҙ өсөн генә түгел, ә бөтә республикабыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. «Шүлгәнташ» музей комплексы директоры Фәүзил Маликов иһә эпосты өйрәнеү һәм популярлаштырыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Байрам ҙур концерт программаһы менән тамамланды. Сәхнәлә БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилия Бәхтиева, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Тарпан» төркөмө, «Сулпан» балалар театры һәм башҡа ижади коллективтар сығыш яһаны, «Урал батыр» эпосы буйынса әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша ҡуйылды. Кейеҙҙән тегелгән милли костюмдарҙа эпос геройҙарының кейемдәрҙе күрһәтеүе тамашасыларҙы боронғо башҡорт донъяһына алып ҡайтты.
«Урал батыр» эпосы көнөнә арналған саралар Белорет районында ла ойошторолдо. Унда эпосты яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында еңеүселәр сығыш яһаны, ғалимдар, яҙыусылар донъя кимәлендәге әһәмиәте хаҡында һөйләне. Байрамда билдәле ҡурайсылар, артистар, музыкаль төркөмдәр һәм донъя буйынса киң популярлыҡ яулаған «AY YOLA» төркөмө сығыш яһаны.
«Урал батыр» эпосы көнө – халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм рухи ҡиммәттәренә ихтирам күрһәтеү байрамы ул. Бындай саралар милли мираҫыбыҙҙы һаҡлауға, йәш быуында үҙ халҡының тарихына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Шүлгәнташ ерендә башланған был күркәм байрам киләсәктә лә дауам итеп, республика кимәлендәге мөһим мәҙәни сараларҙың береһенә әйләнер тигән ышаныс бар.