Иғтибар! 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр өсөн – шәп аҡса эшләү юлы

Уның өсөн физик көс талап ителмәй. Биш тапҡыр барһаң, 25 мең аҡса эшләргә була. Шәпме?

Иғтибар! 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр өсөн  – шәп аҡса эшләү юлыИғтибар! 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр өсөн  – шәп аҡса эшләү юлы
Иғтибар! 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр өсөн – шәп аҡса эшләү юлы

– Беҙҙең «Next Generation Clinic» клиникаһында иң ҙур криобанк эшләй. Шулай уҡ сперма һәм йомортҡа күҙәнәге донорҙар базаһы бар. Бала табырға теләгән ҡатын-ҡыҙ донор тураһындағы мәғлүмәт менән таныша, үҙенә оҡшаған кандидатураны һайлай ала. Артабан тейешле әҙерлек үткәрелә һәм йомортҡа күҙәнәге өлгөргән көндә донор спермаһы ярҙамында яһалма орлоҡландырыу процедураһы башҡарыла.

Әлеге ваҡытта сперма донорҙар базаһында 112 ир-ат иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла аноним донорҙар булып тора. Шулай уҡ аноним йомортҡа күҙәнәге донорҙары ла бар.

Донор булырға теләгән ир-атҡа етди талаптар ҡуйыла. Улар тулы медицина һәм генетик тикшереү үтә. Был киләсәктә балаларҙың һаулығын тәьмин итеү өсөн бик мөһим. Донорҙарҙы һайлау һәм улар менән эшләүҙе клиника директоры Айгөл Рәмил ҡыҙы Низаева алып бара.

Ир-ат айына биш тапҡырғаса донор материалын тапшыра ала. Был хеҙмәт өсөн уларға аҡсалата бүләкләү ҡаралған,  һәр тапшырыу өсөн 5 мең һум аҡса түләнә. Донорҙарҙың йәше, ҡағиҙә булараҡ, 35 йәштән артмаҫҡа тейеш. Йәш, һау-сәләмәт ир-егет шулай  аҡса ла эшләй ала. Биш тапҡыр тапшырһа, айына 25 мең эшләй ала. Ҡыҙыҡһыныусылар 8 (347) 266-25-23 буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт белә ала.

Донорҙарыбыҙ араһында студенттар ҙа, ғаиләһе булған ир-ат та осрай. Ҡайһы берҙәренең инде ике-өс балаһы бар. Улар башҡаларға ла ата-әсә бәхетен татырға ярҙам итеү маҡсаты менән донор программаһында ҡатнаша, – ти Өфө ҡалаһындағы Республика клиник перинаталь үҙәгенең консультатив-диагностик бүлексәһе һәм «Next Generation Clinic» клиникаһы акушер-гинекологы, репродуктолог Ынйы Филүс ҡыҙы Шәйхлисламова.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас