Атаһы артынан махсус хәрби операцияға юлланған

 Бәләбәй районынан йәш егет Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ул БПЛА операторы булып хеҙмәт итәсәк.

Атаһы артынан махсус хәрби операцияға юлланғанАтаһы артынан махсус хәрби операцияға юлланған
Атаһы артынан махсус хәрби операцияға юлланған

Яугирҙың атаһы ла – махсус хәрби операцияла. Ул 2023 йылдың авгусынан  десант-штурм ғәскәрҙәре составында хәрби бурысын үтәй. Хәрби хәрәкәттәр барышында яраланһа ла, дауаланғандан һуң яңынан сафҡа ҡайтып, хеҙмәтен дауам итә. Бөгөн Башҡортостан халҡы өсөн пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү яңы мөмкинлектәр аса. Контракт буйынса хеҙмәткә барырға теләүселәр бөтә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында таба ала. Порталда БПЛА ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре, хеҙмәт шарттары һәм социаль гарантиялар тураһында ентекле мәғлүмәт урынлаштырылған. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғарыраҡ. Уларҙың хеҙмәте, ҡағиҙә булараҡ, махсус хәрби операция биләмәһенән ситтә башҡарыла. Шулай уҡ контракт хеҙмәтенең ваҡыты ла уңайлы шарттарҙа билдәләнә — килешеү бер йылдан башлап төҙөлә, был хеҙмәттең үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Пилотһыҙ системалар өлкәһендә хеҙмәт итеүсе контрактсылар дәүләт тарафынан ҡаралған тулы социаль пакет менән тәьмин ителә. Улар бөтә законлы түләүҙәрҙе, ташламаларҙы һәм социаль гарантияларҙы ала. Студенттар өсөн дә махсус шарттар ҡаралған. Юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар академик ял алып контракт хеҙмәтенә бара ала, ә хеҙмәттән һуң уҡыуын бюджет нигеҙендә дауам итеү хоҡуғын һаҡлай. Бынан тыш, һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн өҫтәмә аҡсалата бүләкләү ҙә ҡаралған. Дошмандың маҡсаттарын уңышлы юҡ иткән операторҙарға 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр бирелә. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеүгә бәйле был һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр менән башбат.рф сайтында йәки 122 телефоны буйынса танышырға мөмкин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас