Кейәүһеҙ ҙә әсәй булырға мөмкинме?

Ҡатын-ҡыҙ бәхете күп осраҡта әсәлек шатлығы менән бәйле. Ә уға ирешергә ярҙам иткән табиптар араһында репродуктологтар айырым урынды биләй. Шундай белгестәрҙең береһе — акушер-гинеколог, репродуктолог Ынйы Шәйхлисламова. Ул Өфө ҡалаһындағы Республика клиник перинаталь үҙәгенең консультатив-диагностик бүлексәһендә һәм «Next Generation Clinic» клиникаһында эшләй. Һуңғы йылдарҙа йөҙәрләгән ғаиләгә ата-әсә булыу бәхетен бүләк иткән.

Кейәүһеҙ ҙә әсәй булырға мөмкинме?Кейәүһеҙ ҙә әсәй булырға мөмкинме?
Кейәүһеҙ ҙә әсәй булырға мөмкинме?

Ынйы Филүс ҡыҙының репродуктология менән ҡыҙыҡһыныуы бала сағынан уҡ башлана. Етенсе класта уҡығанда ул тәүге тапҡыр ЭКО ярҙамында донъяға килгән сабыйҙы күрә. Был ваҡиға ҡыҙға бик тәрән тәьҫир итә. Шул ваҡыттан алып ул кешегә яңы ғүмер бүләк итеүгә бәйле медицина өлкәһен өйрәнә башлай һәм киләсәктә гинеколог булырға тигән маҡсат ҡуя.

Ҡыҙ  Стәрлетамаҡ ҡалаһында  медицина класында уҡый, студент йылдарында уҡ акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлеше буйынса әүҙем эшләй, курстарында староста була. Төрлө олимпиадала, ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша. Ординатура ваҡытында иһә репродуктологияны тағы ла төплөрәк өйрәнеп, был һөнәр тап уныҡы икәнен аңлай.

Ынйы Филүс ҡыҙының әйтеүенсә, бөгөн репродуктив йәшендәге парҙарҙың яҡынса 15 – 20 проценты балаға уҙа алмау проблемаһы менән осраша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй юлды һайларға кәрәклеген белмәй. Йәш белгестең аңлатыуынса, әгәр 35 йәшкә тиклемге пар бер йыл дауамында һаҡланыу саралары ҡулланмайынса даими ғаилә тормошо алып барып та,  балаға уҙа алмай икән, уларға мотлаҡ репродуктологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә 35 йәштән өлкәнерәк парҙар өсөн был ваҡыт алты ай менән генә сикләнә. 40 йәштән һуң иһә йөклөлөктө планлаштырыу алдынан  уҡ белгес кәңәше алыу мөһим.

Балаға уҙа алмауҙың сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин: аналыҡ көпшәләренең үткәрмәүсәнлеге боҙолоуы, йәбешеү ауырыуы, аналыҡ патологиялары, хроник эндометрит, полиптар, миомалар, ир-ат факторы, иммунологик һәм башҡа күп кенә сәбәп. Шуға күрә һәр осраҡ ентекле тикшереү һәм шәхси ҡараш талап итә.

–  Әгәр ҡатын-ҡыҙ оҙаҡ ваҡыт дауамында йөккә уҙа алмаһа, тәү сиратта йәшәгән урыны буйынса үҙенең акушер-гинекологына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табип кәрәк тип тапҡан осраҡта, пациент Республика клиник перинаталь үҙәгенең консультация-диагностика бүлегенә миңә консультацияға йүнәлтә ала.

Әгәр пациент сират көтөргә теләмәһә, ул үҙаллы рәүештә Өфөләге Next Generation Clinic клиникаһына мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Краснодонская урамы, 3. Ҡабул итеү алдан яҙылыу буйынса алып барыла. Телефоным: 8 996 581 43 35, – ти Ынйы Шәйхлисламова.

Белгес һәр пациентты иғтибар менән ҡарай, заманса диагностикалау һәм дауалау ысулдарын ҡуллана. Репродуктив технологиялар өлкәһендә даими камиллашып, ультратауыш диагностикаһын да яҡшы үҙләштергән. Ҡабул итеү барышында ул УЗИ ярҙамында пациенттың хәлен күҙәтеп бара, дауалауҙың һөҙөмтәлелеген баһалай.

«Next Generation Clinic» клиникаһында йәш ғаиләләр өсөн махсус «Йәш ғаилә» программаһы эшләй. 35 йәшкә тиклемге парҙар был программала ҡатнаша ала. Ул ЭКО-ның тулы циклын — әҙерлек, стимуллаштырыу, эмбрионды күсереү һәм башҡа мөһим этаптарҙы үҙ эсенә ала. Был – күп ғаилә өсөн ата-әсә булыу хыялына яҡынайыу мөмкинлеге.

Табип әйтеүенсә, ЭКО-нан ҡурҡырға кәрәкмәй. Беренсенән, һәр парға ла был ысул талап ителмәй. Репродуктив медицинала ярҙамсы технологиялар ҙа бар. Дауалауҙың тәүге этабы булып овуляцияны стимуллаштырыу тора. Ҡайһы бер осраҡта бының өсөн бары тик таблетка препараттары ла етә. Әгәр ҙә әлеге ысул һөҙөмтә бирмәһә, инсеминация үткәреү мөмкинлеге ҡарала. Был процедура ваҡытында ирҙең биологик материалы махсус эшкәртелә һәм ҡатындың аналыҡ ҡыуышлығына индерелә. Шулай итеп, яралғы барлыҡҡа килеү тәбиғи юлға бик яҡын шарттарҙа, тик табиптар ярҙамы менән башҡарыла.

ЭКО программаһы иһә ентекле әҙерлектән башлана. Ҡатын-ҡыҙ ҙа, уның ире лә медицина тикшереүен тулыһынса үтә. Артабан 10  – 12 көн дауамында махсус препараттар ярҙамында стимуллаштырыу үткәрелә. Уколдар эс тирәһенә ҡаҙала, энәләре бик нескә булғанлыҡтан, пациенттар уларҙы үҙе лә эшләй ала. Фолликулдар тейешле кимәлдә өлгөргәс, пункция үткәрелә. Был процедура наркоз аҫтында башҡарыла һәм ғәҙәттә 5 – 10 минут дауам итә. Пункция ваҡытында ошо циклда үҫтерелгән йомортҡа күҙәнәктәре алына. Артабан лаборатория шарттарында улар аталандырыла. 16 – 18 сәғәттән эмбриолог аталаныу һөҙөмтәһен баһалай. Барлыҡҡа килгән эмбриондар биш көн  үҫтерелә. Улар тейешле үҫеш кимәленә еткәс, ҡатындың аналыҡ ҡыуышлығына күсерелә. Күсереп ултыртҡандан һуң 12 – 14 көн үткәс, ХГЧ анализы көтөлә. Ул йөклөлөктөң барлыҡҡа килеү-килмәүен күрһәтә.

Күп ҡатын-ҡыҙҙы ЭКО-ның онкологик ауырыуҙарға килтереү ихтималлығы борсой. Әммә халыҡ-ара ҙур тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ЭКО үҙе рак ауырыуын тыуҙырмай. Гормональ препараттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә ҡулланыла, ә процедура алдынан һәр пациент ентекле медицина тикшереүе үтә. Шуға күрә нигеҙһеҙ ҡурҡырға ярамай.

Бөгөн Ынйы Филүс ҡыҙы балаға уҙа алмау проблемалары менән генә түгел, ә йөклөлөктөң өҙөлөү осраҡтарын асыҡлау буйынса ла эшләй. Әгәр ҡатындың ике йәки унан да күберәк яралғыһы үҙенән-үҙе төшкән икән, был мотлаҡ репродуктологҡа мөрәжәғәт итеү өсөн етди сәбәп булып тора. Бындай хәлдәрҙең нигеҙендә генетик, гормональ, иммунологик, анатомик йәки ир-ат факторы ятырға мөмкин.

Табип эшмәкәрлегенең тағы бер мөһим йүнәлеше — аңлы рәүештә ата-әсәлеккә әҙерләү. Хәҙерге йәштәр йөклөлөктө алдан планлаштырыуға етди ҡарай. Улар организмдағы витаминдар һәм микроэлементтар етешмәүен тулыландыра, кәрәк булһа, психолог менән эшләй, һаулығын тикшерә. Репродуктолог булараҡ, Ынйы Филүс ҡыҙы ошо мөһим осорҙа ғаиләләргә профессиональ ярҙам күрһәтә.

Заманса медицина тағы бер мөһим мөмкинлек тә бирә — кисектерелгән әсәлек программаһы. Карьера төҙөргә, донъя күрергә йәки әлегә бала тураһында уйламаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең репродуктив материалын һаҡлап ҡала ала. Йомортҡа күҙәнәктәрен йәки эмбриондарҙы туңдырып ҡуйыу киләсәктә уларға әсәлек бәхетен татырға ярҙам итә.

– Бөгөн ЭКО программаһына кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә. Ҡайһы бер ҡатындарҙың, ире булмаһа ла, әсәй булырға теләге ҙур. Бындай осраҡта донор программалары ярҙамға килә.

Беҙҙең клиникала иң ҙур криобанк эшләй. Шулай уҡ донорҙар базаһы бар. Пациент донор тураһындағы мәғлүмәт менән таныша, үҙенә оҡшаған кандидатураны һайлай ала. Артабан тейешле әҙерлек үткәрелә һәм йомортҡа күҙәнәге өлгөргән көндә донор спермаһы ярҙамында яһалма орлоҡландырыу процедураһы башҡарыла.

Әлеге ваҡытта донорҙар базаһында 112 ир-ат иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла аноним донорҙар булып тора. Шулай уҡ аноним йомортҡа күҙәнәге донорҙары ла бар.

Донор булырға теләгән ир-атҡа етди талаптар ҡуйыла. Улар тулы медицина һәм генетик тикшереү үтә. Был киләсәктә балаларҙың һаулығын тәьмин итеү өсөн бик мөһим. Донорҙарҙы һайлау һәм улар менән эшләүҙе клиника директоры Айгөл Рәмил ҡыҙы Низаева алып бара.

Ир-ат айына биш тапҡырғаса донор материалын тапшыра ала. Был хеҙмәт өсөн уларға аҡсалата бүләкләү ҡаралған,  һәр тапшырыу өсөн 5 мең һум аҡса түләнә. Донорҙарҙың йәше, ҡағиҙә булараҡ, 35 йәштән артмаҫҡа тейеш.

Донорҙар араһында студенттар ҙа, ғаиләһе булған ир-ат та осрай. Ҡайһы берҙәренең инде ике-өс балаһы бар. Улар башҡаларға ла ата-әсә бәхетен татырға ярҙам итеү маҡсаты менән донор программаһында ҡатнаша.

Һәр донъяға килгән сабый — ул бәләкәй генә мөғжизә. Ошо мөғжизәнең бер өлөшө булыу — минең өсөн иң ҙур бәхет, — ти йәш белгес.

Ысынлап та, Ынйы Филүс ҡыҙы кеүек белгестәрҙең хеҙмәте меңләгән ғаиләнең йөрәгендә өмөт уята, яңы тормошҡа юл аса, иң ҙур хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Уға эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас