Иғтибар! Йәмәғәт инспекторҙары өсөн конкурс

   «Башҡортостанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса иң яҡшы йәмәғәт инспекторы» конкурсы иң яҡшы йәмәғәт инспекторҙарын билдәләү, уларҙың һөнәри оҫталығын күтәреү, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә ыңғай эш тәжрибәһен таратыу маҡсатында үткәрелә.  

Иғтибар! Йәмәғәт инспекторҙары өсөн конкурсИғтибар! Йәмәғәт инспекторҙары өсөн конкурс
Иғтибар! Йәмәғәт инспекторҙары өсөн конкурс

– «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» тураһындағы Федераль закон тарафынан йәмәғәт инспекторҙарының хоҡуҡтары һәм бурыстары киңәйтелде. Унда уларҙың тәбиғәтте һаҡлау буйынса хоҡуҡтары, дәүләт контроль органдары менән нисек эшләү тәртибе билдәләнгән. Йыл башында мин Башҡортостанда 2025 йылда йәмәғәт инспекторҙары тарафынан бер тапҡыр ҙа  экология буйынса боҙоуҙарҙың теркәлмәүен белдем. Бының төп сәбәбе — улар тәбиғәтте һаҡлау законын боҙоу осраҡтарын асыҡлау ысулдарын, уларҙы теркәү һәм ҡайҙа тапшырыу юлдарын белмәйҙәр. Бындай хәлде төҙәтеү һәм кешеләрҙе тәбиғәтте һаҡлауға өндәү өсөн беҙ Талҡаҫ күлен һаҡлау проектын башланыҡ, уның сиктәрендә ике йөҙгә яҡын йәмәғәт тәбиғәт инспекторҙарын уҡыттыҡ. Беҙ иғлан иткән конкурс тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға битараф  булмаған актив граждандар берекмәһен формалаштырыуға ярҙам итәсәк. Был кешеләрҙең тәбиғәтте һаҡлауға ҡарашын үҙгәртергә, йәмәғәт инспекторҙарының эшен һөҙөмтәле итергә ярҙам итәсәк, — тине республикабыҙҙың  «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

Конкурста Башҡортостанда йәшәгән һәм Рәсәй тәбиғәт күҙәтселегенең Көньяҡ‑Урал төбәк-ара идаралығы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары реестрына индерелгән йәмәғәт инспекторҙары ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусыларға ғаризаны һәм конкурс материалдарын  konkursinspektora@yandex.ru  электрон почтаһына 15 августҡа  тиклем ебәрергә кәрәк.

Баһалама ағзалары конкурс эштәрен 15 сентябргә тиклем ҡараясаҡ, ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы сентябрь аҙағында үтәсәк. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау һаны, әҙерләнгән материалдар буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылғандар һаны, йәмәғәт инспекторының дәүләт органдары менән берлектә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыуы һәм башҡалар иҫәпкә алынасаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй тәбиғәт күҙәтселегенең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы, Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығы менән берлектә.

 

Тулыраҡ мәғлүмәтте конкурс положениеһынан белергә мөмкин: https://vk.com/wall-202441032_4513.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас