Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ

Юлай Кәримов фотоһы

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВДамир ШӘРӘФЕТДИНОВ
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ

БЕЛОРЕТ

Мин ғашиҡмын һиңә, тауҙар иле,
Ҡайындарҙың шаулы йырына...
Төштәремдә һаман Иҙел түгел,
Инйәр һыуҙарында ҡойонам.

Иҙел башы, тиҙәр. Тыуған яғым,
Йүрүҙән дә һиндә, Инйәр ҙә.
Шунда ҡалды йыраҡ бала сағым,
Шишмәләрҙә, моңло көйҙәрҙә.

Бына тағы яҙҙарыма ҡайтам,
Тауҙар ҡаршы килә күгәреп.
Уйҙарымды тыуған яҡтар тартһа,
Юлдар һиңә илтә, Белорет.

Күңелемә минең берҙәй яҡын
Юл буйында ҡалған ауылдар,
Ғорур ҡалҡан Урал шыршылары,
Нескә билле моңһоу ҡайындар.

Тәбиғәттең гүзәл мәлдәрендә
Уйым менән һеҙгә ҡайтамын.
Хыялымда һаман ҡаршылайым
Тыуған Уралымдың таңдарын.

Юлай Кәримов фотоһы

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас