Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайлағыҙ

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. Ошо биләмәнең нисек буласағы Башҡортостан халҡынан тора.

Добавить в предпочтительные источники Google

Архитекторҙар милли батырыбыҙ һәйкәле янындағы майҙандың дизайн-проектын төҙөгән. Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған урындың дизайнын һайлауҙа 14 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала. Салауат Юлаев майҙаны өсөн һылтанма буйынса үтеп, онлайн тауыш бирергә мөмкин.

2027 йылда төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреү «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Автор:Айбулат Ишназаров