Сихри мәл

Көмөш болоттар миҙгеле башлана.

Сихри мәлСихри мәл
Сихри мәл

Көмөш болоттар планетала иң бейек болоттарҙан һанала. Был күренеш йәй көнө ҡояш байығас һәм ҡояш ҡалҡыр алдынан күҙәтелә. Көмөш болоттар ерҙән 80-85 километр алыҫлыҡта булалар. Сөнки ҡояш, офоҡтан алыҫ китмәй, атмосфераның өҫкө ҡатламдарын һаман да яҡтыртып тора. Улар май аҙағында күренә башлай һәм август башына тиклем дауам итә.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас