"Иҙел яры"

“Иҙел яры” байрамы быуындан-быуынға күсеп килә.

"Иҙел яры""Иҙел яры"
"Иҙел яры"

“Ҡарағыҙсы, тирә-яҡҡа Бында томан иртә тарала. Иҙел ярын асыу менән Күңелдәрҙә көстәр табыла. “Апай, һаумы, таныйһыңмы”, “Эй генә лә нисек үҫкәнһең”, “Сал кергән бит сәстәреңә”, “Әәә, һин ҡартая ла белмәйһең” Тағы ла матур-матур һүҙҙәр Ысын йөрәктән бит әйтелә. Үткәндәрҙе һағынып, йәштәргә һоҡланып, Күҙ төбөнә йәштәр эркелә. Һаумыһығыҙ, тиеп һеҙгә өндәшәм, Ауылдаштар, күрше, яҡташым, Аллаға шөкөр, йыйылдыҡ бит, тиеп Был байрамды аса башлайым,”- тигән матур һүҙҙәр менән быйыл да, традицияны боҙмай, “Иҙел яры “ байрамын асып ебәрҙек. Мәләүез районының эшлекле, аҡыллы , тырыш кешеләре менән дан алған Аптраҡ һәм Муллағол ауылдарының араһында үткәрелгән был байрамдың тарихы 1812 йылдан башлана. Баҡса эштәре бөткәс, балаларын, яҡындарын саҡырып, Ағиҙел буйына йыйылалар. Йыр, бейеү, осрашыу, танышыу, шатлыҡ, ҡыуаныстар алдағы тормошҡа көс, ышаныс, һәйбәт кәйеф өҫтәй. Әйткәндәй, һауа торошо бик һәйбәт вәғәҙә бирмәй ине, ел, дауыл, ямғыр тиелгән ине. Быйыл да ауыл хәкимиәте башлығы Юлтимеров Фидан Зөбәйер улының матур һүҙҙәренән һуң Ғәйнулла хәҙрәттең доғаһы күңелдәргә нур, йылылыҡ өҫтәне. Был байрамда сәхнә янып торҙо. Беҙҙең ауылдан башҡа Хәсән, Һарыш клубтарының йырсылары, бейеүселәре байрамға йәм генә өҫтәне.Уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Йыр, бейеү, гармун телдәре, ҡурай моңона ел, дауыл да туҡтап, тамашасы булып ултырҙы. Ямғыр болоттары Көнгәк тауы артында йәшенеп торҙо. Килгән ҡунаҡтарға аш-һыу өҫтәле һыйҙан һығылып торҙо. Был юлы ҡунаҡтарға изге аш тәҡдим ителде. Ауыл советы хакимиәте Юлтимеров Фидан Зөбәйер улы ҡорбан ашы һалды. Уға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, изге ниәттәре ҡабул булһын. Бала -сағалары менән ҡыуанышып торған, таныштары менән ҡосаҡлашып осрашҡан, ейәндәрен етәкләп йөрөгән ололарға, ярыштарҙа сәмләнеп ҡатнашҡан балаларға ҡараһаң, ысынлап та, тик Мәләүез районында ғына үткәрелгән ошо байрам кешеләрҙе тағы ла яҡынайта, берләштерә, - тип яҙа Резеда Ханова.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас