

Ул Баймаҡтың 2-се мәктәбен ҡараны. Был белем йорто бинаһы 1975 йылда төҙөлгән. Тиҙҙән уға федераль программа буйынса капиталь ремонт планлаштырыла. Премьер-министр беренсе класҡа тап ошо мәктәпкә уҡырға килгән. Шуға күрә уның күңелендә яҡты хәтирәләр һаҡлана.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарына айырым иғтибар һәм ярҙам бүлә. 2-се мәктәпкә байтаҡ йылдар капиталь ремонт үтмәгән, шуны эшләргә кәрәк, - тине Андрей Назаров.
Премьер-министр мәсет һәм ҡорам төҙөлөшө буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Фото асыҡ сығанаҡтан.