Уҡыусы балаға кеҫә аҡсаһы бирергә кәрәкме?

Мәктәптә алған һәр бер һәйбәт билдә өсөн аҡса биреү дөрөҫмө? Ҡайһы ваҡытта кеҫә аҡсаһы биреп, баланы дәртләндерергә була? Өфөләге «Торатау» конгресс-холында билдәле финанс эксперты, “Финанс мәҙәниәте үҙәге” директоры Елена Феоктистова бәләкәйҙән үк балаларҙы аҡса менән дөрөҫ эш итергә өйрәтеү серҙәре менән бүлеште.

Уҡыусы балаға кеҫә аҡсаһы бирергә кәрәкме?Уҡыусы балаға кеҫә аҡсаһы бирергә кәрәкме?
Уҡыусы балаға кеҫә аҡсаһы бирергә кәрәкме?

Эксперт фекеренсә, баланың финанс тәрбиәһе тәү сиратта ғаиләнән башлана. Балалар өлкәндәрҙең һәр аҙымын күҙәтә һәм уларҙың ҡылыҡтарын ҡабатлай. Әгәр ата-әсә уйламайынса нимәлер һатып алһа, бала ла ошо моделде үҙләштерәсәк. Шуға күрә иң элек ололар үҙҙәре аҡсаны дөрөҫ ҡулланырға өйрәнергә тейеш.

Елена Феоктистова билдәләүенсә, балаға мотлаҡ кеҫә аҡсаһы бирергә кәрәк. Был — уның аҡса менән идара итеү күнекмәләрен үҫтереүҙең тәүге баҫҡысы. Бала бәләкәйҙән аҡсаның сикле ресурс икәнен аңларға, уны дөрөҫ бүлергә, һаҡларға һәм маҡсатлы тотонорға өйрәнергә тейеш. Финанс дисциплинаһы ваҡытында формалашһа, киләсәктә ул үҙ аллы һәм яуаплы кеше булып үҫәсәк. Белгес үҙенең шәхси тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, әсәһе 13 йәшендә үк уға айлыҡ бюджет бүлеп биргән, һәм был уны аҡса менән идара итергә өйрәткән. Нәҡ ошо тәжрибә уға иртә йәштән финанс яуаплылығын аңларға ярҙам иткән. Балалар менән ғаилә бюджеты тураһында асыҡ һөйләшеү ҙә мөһим. Үҫмерҙәр ғаиләлә аҡсаның ҡайҙан килеүен, нисек бүленеүен белергә тейеш. Был уларҙа хеҙмәткә ҡарата хөрмәт тәрбиәләй, аҡсаның еңел генә килмәгәнен аңлата. Елена Феоктистова йәнә өйҙәге бурыстарҙы ла аңлатып үтергә саҡырҙы. Өй йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу, бүлмәне тәртиптә тотоу — былар ғаилә ағзаларының уртаҡ бурысы һәм улар өсөн аҡса түләнергә тейеш түгел. Ә бына өҫтәмә хеҙмәт — мәҫәлән, ата-әсәнең эшендә ярҙам итеү, ниндәйҙер айырым проект башҡарыу — түләүле булырға мөмкин. Был балаға хеҙмәт менән табыш араһындағы бәйләнеште аңларға ярҙам итә. Белгес балаларҙы һәр ваҡ уңыш өсөн аҡса менән бүләкләүгә ҡаршы. Уҡыу — баланың төп бурысы, шуға күрә һәр яҡшы билдә өсөн түләү дөрөҫ түгел. Әммә ҙур һөҙөмтәләр, маҡсатҡа ирешеүҙәр өсөн дәртләндереү урынлы.

Тағы бер мөһим кәңәш — балаға маҡсат ҡуйырға һәм аҡса йыйырға мөмкинлек биреү. Әгәр ул ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер алырға теләһә, ата-әсә уның урынына шунда уҡ һатып алмаҫҡа тейеш. Үҙ көсө менән йыйылған аҡсаға алынған әйбер балала хеҙмәт емешенең ҡәҙерен аңлау тойғоһо тәрбиәләй.

Йәйге каникул — балаларҙы финанс грамоталылыҡҡа өйрәтеү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Нәҡ ошо осорҙа улар аҡса менән эш итеүҙең тәүге тәжрибәһен туплай, үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәнә һәм киләсәккә ныҡлы нигеҙ һала.

Иртәгә, 30 майҙа, Китап-байрамға ярашлы, Елена Феоктистова “Когда деньги работают. Как управлять своими финансами в 2026 году” тигән яңы китабы хаҡында һөйләйәсәк. Был осрашыу финанс грамоталылығы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн файҙалы буласаҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас