

30 майға тиклем барған сара республиканың ҡала-райондарында үтә. Йылдағыса йәрминкәлә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм башҡа фәһемле саралар күп. Бөгөн Өфөлә уҡыусылар өсөн “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны үҙ тамашасыларын йыйҙы. Унда ҡаланың Орджоникидзе, Дим, Ленин, Октябрь, Калинин һәм Киров районы мәктәптәре командалары ҡатнашты. Уйын өс турҙа үтте. Һорауҙар бик үҙенсәлекле ине. Китап уҡыу ғына түгел, уйлау һәләте лә кәрәк булды. Киров районы командаһы беренсе урынды яуланы, Калинин районы - икенсе, Ленин районы командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уҡыусылар китап уҡый һәм уйлай белә икәнен күрҙек. Афарин!
Фото авторҙан.