Уңыш сере

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Дарья Воронованың "Слышу себя насквозь" китабының презентацияһы үтте. Унда журналистар, китап һөйөүселәр ҡатнашты.

Уңыш сереУңыш сере
Уңыш сере

Халыҡ алдында нисек сығыш яһарға, эш урынында үҙеңде нисек тоторға, артабанғы үҫеш өсөн нимә эшләргә кеүек һорауҙарға яуапты тап ошо осрашыуҙа табырға була ине. Китап ошондай йүнәлештә яҙылған, авторҙың фекеренсә, дөрөҫ ҡуйылған телмәр уңыштың нигеҙе булып тора. Кешене тәү күргәндә һаулыҡ торошона иғтибар йүнәлә икән. Шунан телмәре, кейеме, дәрәжәһе, аралаша белеүе иҫәпкә алына. Ҡыҫҡаһы, был китап күптәрҙең күңеленә хуш киләсәк.

Фото авторҙан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас