

Миңзифа Ишемғолова, Фәнис Атанов, Фәниә Арсланова һәм Вәсилә Мәмбәтова үҙҙәренең яғына хас ауыҙ-тел ижады менән таныштырҙы. Улар һөйләгән эпос, ҡобайырҙан өҙөк барыһына ла оҡшаны. Ғафури районынан килгән өзләү һәм милли музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы Илһам Байбулдин әйтеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Йәштәр думбыра һәм ҡумыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белде һәм өзләүҙе тыңлап кинәнде.
Фото асыҡ сығанаҡтан.