Һуңғы ҡыңғырау сыңы

Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусы  уҡыусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы ҡыңғырау сыңыҺуңғы ҡыңғырау сыңы
Һуңғы ҡыңғырау сыңы

Тантаналы сараны йыр-моң, бейеү биҙәне. Буласаҡ беренселәр һәм сығарылыш класы уҡыусылары һөйләгән шиғырҙар барыһына ла оҡшаны.

Мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр бөтәһенә лә уңыштар теләне.

Һуңғы ҡыңғырау сыңы, мәктәп вальсы һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ хәтирә ҡалдырҙы.

Фото һәм видеояҙма авторҙан.

Автор:Римма Аҡманова