Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә  сығарылыш класс уҡыусылары өсөн  «Һуңғы ҡыңғырау» сыңланы. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә лә байрам тантанаһы матур үтте. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар, ветеран уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә ҡатнашты.

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Тантананы белем усағы директоры Наилә Рәйес ҡыҙы Исламова асып, сығарылыш уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе. Ул төрлө конкурс, олимпиада һәм спорт ярыштарында еңеү яулаған, призлы урын  яулаған уҡыусыларға Маҡтау грамоталары ла тапшырҙы.

Байрамда хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа сығыш яһап, йәштәргә фатихаһын бирҙе. Әлшәй районы хакимиәтенең муниципаль милек менән идара итеү секторы мөдире Рәмил Ғәзизов һәм Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфәрит Йосопов сығарылыш уҡыусыларына тормош юлында юғалып ҡалмайынса, үҙ урындарын табып, тырышлыҡ менән маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне.

Сарала сығарылыш класс уҡыусыларының класс етәкселәре, ата-әсәләре лә ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Биш бала атаһы, махсус хәрби операция яугиры Наил Зөлҡәрнәевтың сығышы ла айырыуса тулҡынландырғыс булды. Ул йәштәргә ныҡлы рухлы, илһөйәр һәм яуаплы булып үҫеүҙәрен теләне.

Был көндө ҡотлауҙар ҙа, бүләктәр ҙә күп булды. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең йыр-моңдарын бүләк итеп, моңло сығыштары менән күңелдәрҙе елкендерҙе, ә матур мәктәп вальсы байрамдың сағыу биҙәгенә әйләнде.

Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә IX  класты 14 уҡыусы тамамлай. Уларҙың туғыҙы – егеттәр, бишәүһе – ҡыҙҙар. Мәктәптең ғорурлығы булған был класс уҡыуҙа ла, спортта ла, төрлө ижади бәйгеләрҙә лә һынатмаған, һәр саҡ алдынғылыҡта килгән.

Уларҙың класс етәксеһе Миңзилә Зөфәр ҡыҙы Муллағолова үҙенең уҡыусылары хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй:

– Беҙҙең класс бик әүҙем, һәләтле һәм тырыш. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. «Башҡортостан ынйылары» конкурсында ҡатнаштыҡ, «Урал батыр» бәйгеһендә икенсе урын алып ҡайттыҡ. Этнотөркөм төҙөп, «Модный шоу» конкурсында ҡатнашып, районда беренсе урын яуланыҡ. Өс йыл дауамында ошо класҡа етәкселек иттем, һәр береһе күңелемә яҡын.

Класыбыҙҙа отличниктар ҙа бар – Фәнзил Кәримов менән Регина Әхмәтова. Туғыҙ йыл буйына уларҙы төрлө олимпиада-конкурстарға әҙерләп йөрөттөк. Фәнзил Аҡмулла олимпиадаһында беренсе урын алды, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, республика кимәлендә лә уңыш ҡаҙанды. 14 уҡыусының етәүһе тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, өлгәшмәгәндәр юҡ. Барыһы ла бейеүгә лә оҫталар, – ти ул.

Класстың иң алдынғы уҡыусыларының береһе Фәнзил Кәримов киләсәген нефть тармағы менән бәйләргә ниәтләй. Ул география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында икенсе урын яулаған, төрлө ғилми бәйгеләрҙә ҡатнашҡан һәләтле егет.

– Киләсәктә нефтяник булырға теләйем, – ти ул.

Ә Регина Әхмәтова беренсе кластан алып тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Ул гитарала уйнай, бейей, һүрәт төшөрә, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. «Модный шоу» бәйгеһендә лә үҙенең оҫталығын күрһәтеп ҡайтҡан. Уларҙың этнотөркөмө Әлшәй районы картаһын балаҫ итеп һуғып, уны палантин рәүешендә тәҡдим итеп, беренсе урын яулаған.

– Үҙ-үҙемде юғалтмайынса, яҡшы кеше булып ҡалырға теләйем, – ти Регина.

Ә XI  класты дүрт уҡыусы –  Ильвина Әхмәтова, Карина Харрасова, Айһылыу Зөлҡәрнәева һәм Константин Бертош тамамлай. Уларҙың һәр береһе үҙенең киләсәккә маҡсаттарын аныҡ билдәләгән. Карина Харрасова менән Ильвина Әхмәтова мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлай. Карина киләсәктә табип булырға хыяллана, шуға күрә Берҙәм дәүләт имтиханында химия менән биология фәндәрен һайлаған. Ильвина иһә юриспруденция өлкәһен һайлап, юрист булырға ниәтләй. Константин Бертош техник йүнәлеште үҙ итә. Ул колледжда электрик һөнәрен үҙләштереп, киләсәктә үҙ эшенең оҫтаһы булырға теләй. Айһылыу Зөлҡәрнәева медицина өлкәһенә тартылған. Ул медицина колледжына уҡырға инеп, кешеләргә ярҙам итеүсе изге һөнәр эйәһе булырға хыяллана.

– Бик иғтибарлы, мәҙәниәтле, тәрбиәле балалар. Шул тиклем ихтирамлы, тәртипле булып үҫтеләр. Уҡыусыларым менән бик ғорурланам. Улар һәр саҡ мәктәптең йөҙөн аҡланы, төрлө ярыштарҙа һәм бәйгеләрҙә призлы урындар яуланы. Имтихандарын да уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған юлдан ныҡлы аҙымдар менән атларҙар тип ышанам, – ти класс етәкселәре  Айгөл Сәйфулла ҡыҙы Сәләмова, улар менән ғорурланып.

Һуңғы ҡыңғырау сыңы һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдарының яҡты хәтирәһе булып һаҡланыр. Сығарылыш уҡыусыларына аҡ юл, ҙур уңыштар һәм яҡты киләсәк теләйбеҙ!

 

Юлай Кәримов фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас