«Китап байрам»ы ҡунаҡтар көтә

28 – 30 майҙа Өфөлә «Китап байрамы» IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә.

«Китап байрам»ы ҡунаҡтар көтә«Китап байрам»ы ҡунаҡтар көтә
«Китап байрам»ы ҡунаҡтар көтә

Почетлы ҡунаҡ булып, Рәсәй  Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәй китап нәшриәтселәре ассоциацияһы президенты Константин Чеченев, адвокат, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Павел Астахов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Безруков, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе Николай Иванов һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Анита Цой киләсәк.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

– Был – яҡты тарихлы дүртенсе китап йәрминкәһе. Уның тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур: беҙ балаларҙы китап уҡырға өйрәтәбеҙ, уның ҡиммәттәрен аңлатабыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Йылдағыса йәрминкәлә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, уйындар, йырлы-моңло саралар үтәсәк. 29 майҙа “Студент яҙы”ның гала-концерты, “Тыуған ер тауышы” музыкаль-әҙәби лекторийы, уҡыусылар өсөн “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны буласаҡ.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас