«Башҡортостандан һөйөү менән»: Мәскәүҙә уҡыған студенттарға ярҙам акцияһы

Май аҙағында «Башҡортостандан һөйөү менән» тип аталған республика студенттарына ярҙам итеү буйынса күләмле акция үтәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡортостандан һөйөү менән»: Мәскәүҙә уҡыған студенттарға ярҙам акцияһы«Башҡортостандан һөйөү менән»: Мәскәүҙә уҡыған студенттарға ярҙам акцияһы
«Башҡортостандан һөйөү менән»: Мәскәүҙә уҡыған студенттарға ярҙам акцияһы

28 майҙа Мәскәүҙә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш әйберҙәре ебәреү мөмкинлеге буласаҡ.

Беренсе маршрут (28–29 май)

Учалы → Белорет → Асҡар → Сермән → Өфө → Саҡмағош → Дүртөйлө → Нефтекама → Ағиҙел

Посылка ебәрер өсөн Мәскәүҙә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға алдан махсус һылтанмаға инеп теркәлергә һәм ҡатнашыусының махсус анкетаһын тултырырға кәрәк: https://assotsiatsiya-stude-event.timepad.ru/event/3990221/

Икенсе маршрут (28–29 май)

Сибай → Баймаҡ → Юлдыбай → Йылайыр → Иҫәнғол → Күмертау → Мәләүез → Салауат → Ишембай → Стәрлетамаҡ → Шишмә → Языково → Бүздәк → Бәләбәй → Туймазы → Октябрьский

Теркәлеү: https://assotsiatsiya-stude-event.timepad.ru/event/3990288/

Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә посылка таратыу 30–31 майҙа буласаҡ.

Акцияла ҡатнашыусылар Өфөгә лә посылка биреп ебәрә аласаҡ.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова