«Родина» кинотеатры саҡыра

27 майҙа Өфөлә «ЭХО БДФ» балалар фестивале башланыу уңайынан «Родина» кинотеатрында балалар өсөн иң яҡшы нәфис һәм анимацион фильмдар күрһәтеләсәк.

«Родина» кинотеатры саҡыра«Родина» кинотеатры саҡыра
«Родина» кинотеатры саҡыра

Ғаилә менән бушлай фильмдар ҡарау өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ.

«Ма(й)я календары» (6+) мажаралы фильмы, «Минең ҡырағай дуҫым» (6+) ғаилә киноһы барыһын да уйландырасаҡ.

«Өс батыр һәм Ер кендеге» (6+) йәнһүрәте иһә әкиәти персонаждарға арналған.

«Финник» (6+) комедияһы серле донъя хаҡында бәйән итә.

«Хоккей яратҡан атайҙар» (6+) комедияһы спортты үҙ иткән балалар һәм атайҙар өсөн яҡшы буласаҡ.

Кинотеатрға барырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас