Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ!

... Әҙәм аҡтығы быҙаулаған мышыны атып үлтергән, ике быҙауҙың да башына еткән!

Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ!Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ!
Ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ!


Был вәхшилек 30 апрелдә Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондары сигендә булған. Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ үҙенең ҡанһыҙлығы менән таң ҡалдырған.

Һунарсы урманда быҙаулаған мышыны осратҡан. Ул беренсе быҙауын тыуҙырған, ә икенсеһен таба башлаған булған. Әҙәм аҡтығы уны атып үлтергән. Аҙаҡ браконьер быҙауҙы әсәһенән сығарған, мышыны тунап һандарын алған һәм беренсе тыуған быҙауҙың муйынын һындырған. Хайуандарҙың кәүҙәләрен ул урман буйлап ташлағандан һуң ҡасҡан.

"ЧП" урынында полиция хеҙмәткәрҙәренән һәм республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспекторынан торған оператив бригада булған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һунар итеү ҡағиҙәләре буйынса балалы инә хайуандарҙы, шулай уҡ уларҙың үрсеү осоронда хайуандарҙы атып үлтереү браконьерлыҡ булып тора һәм закон буйынса эҙәрлекләнә. Бынан тыш, яҙын тояҡлы хайуандарға һунар итеү тыйыла. Һунар миҙгеле сентябрҙә генә асыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас