ЮЛҒА СЫҠТЫҢ

#ЮлайКәримовфотоһы

Добавить в предпочтительные источники Google
ЮЛҒА СЫҠТЫҢЮЛҒА СЫҠТЫҢ
ЮЛҒА СЫҠТЫҢ

Иҫән-һау йөрө тип теләп ҡалдым
Һөйгән йәрем юлға сыҡҡанда,
Намаҙлыҡта доғаларым ҡылып
Һыҙылып ҡына таңдар атҡанда.
Юлдарыңда һине Раббым ҡуйған
Һаҡсы фәрештәләр һаҡлаһын,
Изге доғаларым юлдаш булып
Һинең менән бергә атлаһын!
Мин көтәрмен һөйгән йәрем һине
Ҡайтыуыңа аштар бешереп,
Һинең өйҙә булған ваҡыттарҙың
Рәхәтлеген иҫкә төшөрөп.
Йөрөр юлың таҡыр, тигеҙ булһын,
Абынма осраған ташына,
Һин ҡайтҡанда *Бик һағындым!* тиеп
Мин сығармын һинең ҡаршыңа.

 

Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева

#ЮлайКәримовфотоһы

"Беҙҙең МАХ каналға ин!
https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Юлай Кәримов