

Ул хәрби коптерҙар менән идара итеүҙе камил үҙләштергән, уның һүҙҙәренсә, Рәсәй яугирҙары көн һайын дошмандың 10-дан 15-кә тиклем БПЛА-һын бәреп төшөрә.
Яугир хаҡында район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев бүлешкән. Уның һөйләүенсә, «Башҡорт» махсус операция биләмәһенә киткәнсе тракторсы-машинист һөнәрен алған. 2023 йылда егетте ашығыс хәрби хеҙмәткә саҡырғандар. Тап армияла ул илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тыуған илде алғы һыҙыҡта һаҡларға барырға ҡарар иткән.
Илгиз Субушевтың һүҙҙәренсә, «Башҡорт»тоң һайлауына күп йәһәттән уның атаһының миҫалы йоғонто яһаған. Атаһы ваҡытында Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән булған.
Дрон операторы үҙ оҫталығын даими камиллаштыра, БПЛА операторҙары өсөн өҫтәмә курстар үтә. Күрһәткән батырлығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡорт» Жуков ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «МХО ҡатнашыусыһы» миҙалы менән бүләкләнгән.