

1. "Ҡорбан" һүҙе нимәне аңлата?
«Ҡорбан» һүҙе "яҡынайыу", "яҡыныраҡ булыу"ҙы аңлата. Дини яҡтан тәржемә иткәндә, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн малды ҡорбан итеү.
2. Ҡорбан салыуҙың әһәмиәте ниндәй?
Ҡорбан салыу Аллаһ Тәғәләнең йыл буйы биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәтеңде белдереү һәм бурысты үтәү.
Гонаһтар юйыла, сауап яҙыла.
Ҡорбан, салған кешене, Ҡиәмәт көнөндә Сират күперенән үткәрер һәм уттан ҡотолоуға сәбәп булыр.
Ярлыларға ит менән ярҙам итеү.
3. Ҡорбан салыу мотлаҡ кәрәкле эшме?
Хәнәфи мәктәбе буйынса Ҡорбан салыу мотлаҡ ғәмәл һынала. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә:
"Аллаһ Тәғәләгә байрам намаҙын уҡып ғибәҙәт ҡыл һәм малыңды ҡорбанға килтер"(108:2)
Ҡорбан салыу өсөн кеше:
- мосолман булырға;
-эшкә һәләтле(дееспособный);
-бәлиғ булырға(совершеннолетний);
-иреклектә булырға;
-сәфәрҙә булмаҫҡа;
-минималь килемле булырға тейеш.
-һарыҡ, кәзә.
-һыйыр, үгеҙ, буйвол.
-дөйә.
Һарыҡ һәм кәзәгә кәмендә 1 йәш булырға тейеш. Һыйыр малына2 йәш, ә дөйә 5 йәшлек булырға тейеш.
(Әгәр 6 айлыҡ һарыҡ малы 1 йәшлек ауырлығында булһа, Ҡорбан итергә мөмкин).
6.Малдың киләһе етешһеҙлектәре булырға тейеш түгел:
-Юҡ. Ҡорбанды байрам көнө, һәм тағы унан һуң ике көн ҡояш байығанса тиклем салырға була. (беренсе көн салдырһағыҙ яҡшыраҡ).
Бар итте лә таратыр кәрәкме?
Ҡорбан итен өс өлөшкә бүлһәгеҙ хәйерлерәк булыр.
Беренсе өлөшөн үҙегеҙгә ҡалдырығыҙ,
икенсе өлөшөн ҡунаҡтарға,
өсөнсөһөн фәҡир, ярлыларға таратһағыҙ сауабы күберәк булыр.
8. Ҡорбан ғәйете көнөн, уға ҡараған төндө нисек үткәрергә?
1. Байрам төндәрен намаҙҙа, ғибәҙәттә үткәреү, уҡылмай ҡалған намаҙҙарҙы уҡып ҡуйыу хәйерле. Был төндә доғалар ҡабул була