

Был көн хаҡында пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм:
«Ғәрәфәт ерендә, Ғәрәфә көнөндә ҡылынған доға кире ҡағылмаҫ», — тигән.
Зөлхизә айында Тәкбир әт-тәшрик көндәре лә бар. Улар 26, 27, 28, 29, 30 май көндәрендә (26 майҙың иртәнге намаҙынан башлап, 30 майҙың икенде намаҙын да индереп), фарыз намаҙҙарынан һуң (бөтәһе 23 тапҡыр) түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтеүҙән ғибәрәт:
«Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр.
Ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр.
Аллааһү әкбәр вә лилләәһил-хәмд».
Ирҙәр тәкбирҙе тауыш менән, ҡатын-ҡыҙҙар эстән әйтә.
Зөлхизә айының тәүге ун көнө хаҡында пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с:
«Аллаһ ҡаршыһында иң һөйөклө һәм изге ғәмәлдәр — зөлхизә айының тәүге ун көнөндә башҡарылған ғәмәлдәр», — тигән.
Шулай уҡ Рәсүлуллаһ с. ғ.с:
«Бер көн дә, бер төн дә ошо зөлхизә айы ун көнлөгөнөң бөйөклөгөнә һәм Аллаһтың уға булған мөхәббәтенә тиңләшә алмай», — тигән.
Икенсе хәҙистә:
«Был көндәрҙә тәкбир, тәхмид, тәһлил һүҙҙәрен күберәк әйтегеҙ», — тигән.
Рәсүлебеҙ с.ғ.с. зөлхизә айының ун көнлөгөн ғәмәл-ғибәҙәттә, зекерҙә, тәсбихтә үткәргәне риүәйәт ителә. Ҡорбан ғәйете көнөнән тыш, зөлхизә айының 9 көнөн ул ураҙала үткәрә торған булған.
Ҡорбан салыу ваҡыты 27 май Ҡорбан ғәйетенән һуң башланып, 29 май ҡояш байығансы дауам итә.
Аллаһы Тәғәлә был көндәрҙә ҡылынған ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһә ине. Әмин.