

Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Э.Р. Айытҡолова сығыш яһаны. Стенограммаһы түбәндә:
«VII «Айыҡ ауыл» республика конкурсы һөҙөмтәләре тураһында»
Быйылғы «Айыҡ ауыл» конкурсына килгәндә, ул республика ауылдары араһында етенсе тапҡыр уҙғарылды.
Муниципаль этапта 52 райондан 845 ауыл ҡатнашты.
Республика этабында 52 ауыл «Эре», «Ҙур», «Урта» һәм «Бәләкәй» тораҡ пункттар номинацияларында көс һынашты.
Конкурс, һәр ваҡыттағыса, бик күп мөһим, йөкмәткеле сараларҙы үҙ эсенә алды.
Март-апрель айҙарында ойоштороу комитеты тарафынан ойошторолған эксперттар комиссияһы документтарҙы тикшерҙе, онлайн тауыш биреү һәм презентацион материалдарҙы асыҡ яҡлау этаптары үтте.
Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың конкурсҡа әҙерлек кимәле артыуы, көнәркәшлектең (конкуренция) юғары булыуы шатландыра. Ҡатнашыусылар фекеренсә, конкурстың әһәмиәте бик юғары, ул ауыл халҡын берләштерә, файҙалы шөғөлдәр табырға ярҙам итә, сәләмәт тормош алып барыуға этәргес булып тора.
28 апрелдә конкурстың ойоштороу комитеты быйылғы конкурстың еңеүселәре, әүҙемселәре исемлектәрен раҫланы. Республиканың ете районында зональ күсмә саралар ойошторорға хәл ителде. Еңеүселәрҙән тыш конкурстың республика этабында ҡатнашыусылар һәм әүҙемселәр ошо зональ сараларҙа бүләкләнәсәк.
Хөрмәтле Радий Фәрит улы, ойоштороу комитеты ағзалары! Проектты хуплағанығыҙ өсөн конкурста ҡатнашыусылар исеменән Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм һәм тантаналы бүләкләү процедураһын башларға тәҡдим итәм.