Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

«Йома» сүрәһенең 9-сы аятында: «Эй, иман килтергән бәндәләр, әгәр йома намаҙына аҙан ишетһәгеҙ, Аллаһты зикер итергә, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылырға мәсеткә ашҡынығыҙ, бар эштәрегеҙҙе, файҙалы сауҙағыҙҙы ташлап тороғоҙ. Был һеҙҙең өсөн хәйерлелер, әгәр белһәгеҙ».

Изге йома көнө мөбәрәк булһын!Изге йома көнө мөбәрәк булһын!
Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

Был сүрәлә һәр мөьмин-мосолманға йома намаҙына барырға ҡушыла. Мәсеткә барыусылар Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә ирешә, белеп һәм белмәй гонаһ-хаталары ярлыҡана. Пәйғәмбәребеҙ йома тураһында: «Йома шундай ваҡыт булыр, әгәр Аллаһы ҡоло ошо ваҡытта доға ҡылып, ни булһа ла һораһа, Аллаһ уға һис шикһеҙ бирер», – тигән . Аллаһы Тәғәлә шулай хаҡ мосолмандарына теләгәндәрен был донъяла һәм ахирәттә лә бирә Йома көнөндә изге уй-ниәттәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын . Һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, иман байлығы, күңел тыныслығы насип итһен. Ҡан-ҡойоштар туҡтап, махсус хәрби операциялағы яугирҙар тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ил-көнөбөҙ тыныс, имен булһын ин шәә Аллаһ. Әмин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас