Миңлеғәле Шайморатовтың бүләһе лә бар ине

Өфөлә 60 кадетҡа хәрби парад иҫтәлегенә Маҡтау билдәһе тапшырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миңлеғәле Шайморатовтың бүләһе  лә бар инеМиңлеғәле Шайморатовтың бүләһе  лә бар ине
Миңлеғәле Шайморатовтың бүләһе лә бар ине

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында, легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы  Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл янында тантаналы сара үтте. 1941 йылдың 7 ноябрендә Куйбышев ҡалаһында (хәҙерге Һамар) үткән тарихи хәрби парад иҫтәлегенә булдырылған Маҡтау билдәһе менән Советтар Союзының ике тапҡыр Геройы Муса Гәрәев  исемендәге Өфө кадет корпусының алтмыш кадеты бүләкләнде.

Бүләкләү тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Мельников,  Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил  Блажевич, республикабыҙҙың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы, республиканың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, партияның Төбәк сәйәси советы президиумы ағзаһы Оскар Ситдиков, республиканың  дәүләт именлеге органдары ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миннезинфир Ғаязов ҡатнашып, ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Куйбышевтағы парад яугирҙарҙың рухын күтәреүҙә, илдең дошман алдында еңелмәҫ ҡеүәтен күрһәтеүҙә айырым роль уйнауы билдәләнде. Ошондай тарихи ваҡиғаға арналған билдәне кадеттарға тапшырыу — Ватанға хеҙмәт итеүҙең тоғролоҡ символы булып тора.

Ҡотлау һүҙҙәренән һуң, танытмалар һәм иҫтәлекле билдәләр тантаналы шарттарҙа тапшырылды.

Бүләкләү тантанаһында Миңлеғәле Шайморатовтың бүләсәре лә тәбрикләнеүе лә сараға йәм өҫтәне.

– Ҡарт олатайым Миңлеғәле Шайморатовтың юлын дауам итеп, , минең менән дә ата-әсәйем, туғандарым  ғорурланыуын теләйем. Бында уҡып бөткәс,  Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына барырға хыялланам. Ауыр хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн спецназ булырға теләйем, – тине Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусында III курста белем алыусы Эмиль Моратов.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова