

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәси эш буйынса командир урынбаҫары, майор Александр Мельченко әйтеүенсә, беҙҙең подразделениелар БПЛА мөмкинлеген киң файҙалана. Әлеге ваҡытта уларҙың полкы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. Был – фронттың иң яуаплы майҙандарының береһе. Александр Мельченко билдәләүенсә, бөгөн яу ҡырында БПЛА операторҙары төп урынды биләй. Улар алыш һыҙығынан алыҫыраҡ, сағыштырмаса хәүефһеҙ аралыҡта эшләй. Бер дронсы йөҙ яугирҙы алмаштыра ала.
«Техник йыһазландырыу өлкәһендә тактика менән конкуренция мөһим, – ти полк командиры урынбаҫары. – Рәсәй ғәскәрҙәре лә, дошман да пилотһыҙ осоу системаларына ҙур иғтибар бүлә. 2023 – 2024 йылдарҙа бөтөнләй икенсе күренеш ине, ә бөгөн уларһыҙ эш итеүҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Беҙ базабыҙҙы нығытабыҙ, тәжрибә туплайбыҙ, дрон операторҙары әҙерләйбеҙ».
Бөгөн полкка хеҙмәткә килгән йәштәрҙең күбеһе БПЛА операторы булырға ынтыла. Улар һәйбәт әҙерлек үтеп, алған белемен хәрби бурысын үтәгәндә уңышлы ҡуллана.
Әммә дронсы эше бары тик пульт ҡына түгел. Улар ноутбукҡа тоташырға, башҡа системаларҙы көйләргә, хатта паяльник менән дә эш итә белергә тейеш.
– Дрондарҙың ҡулланыу даирәһе көндән-көн киңәйә. Уларҙы хәрби хеҙмәт, разведка өсөн генә түгел, ә аҙыҡ-түлек, дарыу, хәрби кәрәк-яраҡ ташыуҙа ла ҡулланалар. Егеттәр БПЛА-ны ижад өлкәһендә лә ҡуллана. Беҙ тылдағы предприятиелар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, улар беҙҙең башланғысты эләктереп ала, – ти Александр Мельченко.
Фото: Т. АМАНОВ