Табиптар районда ҡабул итәсәк

Оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы:

Табиптар районда ҡабул итәсәкТабиптар районда ҡабул итәсәк
Табиптар районда ҡабул итәсәк

– Үткән аҙнала «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә 22807 саҡырыу килде. Санитар авиация 9 пациентҡа ярҙам итте. Бынан тыш табипҡа яҙылыу, Контакт-үҙәккә мөрәжәғәт итеү, өйгә табип саҡыртыу кеүек хеҙмәттәр ҙә байтаҡ күрһәтелгән.

11 майҙан 15 майға тиклем мобиль бригада Благовар, Дыуан, Бүздәк, Әлшәй һәм Учалы райондарына һәм Нефтекама ҡалаһына барасаҡ.

Шулай уҡ белгестәр ауылдарҙа ҡабул итеү үткәрҙе. Пациенттар артабан тикшерелеүгә йүнәлтмә алды.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас