Көн торошо

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә, төндә термометр бағанаһы минусҡа тиклем төшәсәк, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 10 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13° тәшкил итәсәк.

Дүшәмбе, 11 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшәсәк. Һауа температураһы -1, -6°, урыны менән +3° тиклем, көндөҙ +11, +16°.

Шишәмбе, 12 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайышҡа табан секундына 9-14 метрға тиклем, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә температура +3, +8°, көнсығышта һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшәсәк, -0, -2°, көндөҙ +14, +19°.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас