

1941 йылдың ноябрь айында Башҡорт кавалерия дивизиялары төҙөү тураһында ҡарар хупланған.
Полковник Миңлеғәле Шайморатовты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Бронь менән ҡалдырылған, рухи яҡтан ныҡ һәм һаулығы яҡшы булған етәкселәр, белгестәр һәм механизаторҙар дивизияға алынған.
Был хаҡта Йыһат Солтановтың «Башҡорт дивизияһы (төрлө мәғлүмәт)» китабында: «Бөтә ерҙә митинг, йыйылыш үткәргәндәр һәм шунда һәр һайлап алынған яугирҙың был дивизияға ебәрелеүгә лайыҡмы икәнен тикшергәндәр. Уларға иң яҡшы аттарҙы биргәндәр», – тигән мәғлүмәт бар. Шул сәбәптән күптәр үҙ аты һәм кәрәк-ярағы менән килгән, ә райондар дивизияны аҙыҡ-түлек һәм аттар өсөн бесән, һоло менән тәьмин иткән.
Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән Башҡорт атлылары яугирҙары Авдон, Жуков, Дим яландарында хәрби оҫталыҡ дәрестәре үткән. 275-се полк командиры майор Таһир Кусимов, 294-се полк командиры, майор Гәрәй Нафиҡов, 313-сө полк командиры майор Ғариф Маҡаевтар уларға һуғыш техникаһын бик ныҡ өйрәткән. Ф. Вахитов, Н. Камалованың «Башҡорт атлыларының даны» китабында: «1942 йылдың 11–14 апрелендә дивизия яугирҙары тейәлгән эшелондар фронтҡа ингән. Улар апрель аҙағында Тула өлкәһендә, ҡулдарына ысын ҡорал алып, хәрби әҙерлек дәрестәрен дауам иткән», –тип яҙылған.
Башҡорт кавалерия дивизияһы фронт эргәһендәге Курск өлкәһенә ҡараған Раздолье урманына урынлашып, хәрби белем эстәгән. Июнь аҙағына бөтә яугир хәрби-сәйәси белемдән имтиханды тапшырған.
Шул уҡ «Башҡорт дивизияһы (төрлө мәғлүмәт)» китабында: «Тәүге хәрби сирҡанысты улар 1942 йылда Брянск фронты составында Борки, Долгоруково, Тербуны районында алған», – тигән яҙма бирелгән.
2 июлдә Олым йылғаһы янында аяуһыҙ алыш башланып, дошмандар атлыларҙы танктар менән тапатып үтергә уйлаған. Гитлерсыларҙың өс пехота, бер артиллерия полкы, һикһән танк һәм авиация ярҙамы булған.
Ф. Вахитов, Н. Камалованың «Башҡорт атлыларының даны» китабында: «Беҙҙең дивизиянан тәүгеләрҙән булып майор Гәрәй Нафиҡовтың 294-се полкы Набережное ауылы эргәһендә Олым йылғаһында һуғышҡа инде… Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов 101-се артдивизионға, капитан Сәитовҡа, артиллерия уты асып, Нафиҡовтың эскадрондарына ярҙам итергә бойорған», – тип бирелгән.
Майор Таһир Кусимов етәкселек иткән 275-се полк та алышҡа килеп ҡушылған. Бәҙри Мәмбәтҡолов етәкселегендәге эскадрон дошмандың бер төркөмөн юҡ итеүгә өлгәшкән. Башҡорт атлылары көсөргәнешле алышта үҙҙәрен бик ҡыйыу тотҡан: сөнки физик һәм рухи яҡтан ныҡлыларҙы йыйған булғандар бит!
10, 11, 12 июлдә ҡаты һуғыштар дауам итеп, 294-се полк командиры майор Нафиҡов күп яранан вафат була. 275-се, 313-сө полк майорҙары Кусимов менән Маҡаев та яраланған. Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары аяуһыҙ алышҡан. Ныҡышмаллыҡ, ватанға һөйөү, илгә тоғролоҡ уларҙы көслө иткән. Йөҙҙән ашыу яугир Советтар Союзының орден-миҙалдары менән бүләкләнгән.
Тап бына ошо алыштар мәлендә Ғәлимйән Мостафин ҡаты яраланып, контузия алған.
«Башҡорт атлыларының даны» китабында:«Ғәлимйән Мостафин, 1909 йылғы, Матрай районының Ҡыуат ауылында тыуған, өлкән сержант, бүлек командиры, 294 АП, Матрай районы хәрби комиссариаты саҡырыуы буйынса килгән,1942 йылдың 7 июлендә үлгән, ерләнгән: Курск өлкәһенең Ҙур Аҡлан районының Озерки ауылында», – тигән юлдар бар.
Китапта ошондай мәғлүмәтте бирелгән. Исем-шәрифтәрҙә хата булырға мөмкин, тип иҫкәртелгән.
Ғәлимйән Мостафиндың үлеме тураһында ике ҡағыҙ килгән, ике урында ҡәбере бар. Был хәбәр дөрөҫ түгел. Ул тыуған яғында ерләнгән. Был инде айырым эҙләнеүҙәр талап итә.
Бөйөк Ватан һуғышы һәр ғаилә тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған. Һуғыш ваҡытын күргән кешеләр әлегә иҫән саҡта, беҙгә уларҙан тере тарихты белешергә, һорашырға тейешбеҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан.