

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Еңеү көнө менән ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:
Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым.
Беҙ был изге байрамды һәр ваҡыт атайҙарыбыҙҙың, олатайҙарыбыҙҙың һәм ҡартатайҙарыбыҙҙың бөйөк батырлығы өсөн улдарса ғорурлыҡ хисе менән билдәләйбеҙ. Улар, яуыз һәм аяуһыҙ дошманға буйһонмай, нацизмды ҡыйратҡан, Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған һәм тотош донъяны ҡотҡарыуға ирешкән. Уларҙың сыҙамлығы, рух көсө һәм хаҡ эшкә ышанысы беҙҙең өсөн Тыуған илгә ҡарата мөхәббәттең, уның яҙмышына шәхси бәйлелектең мәңгелек өлгөһө булып хеҙмәт итәсәк.
Һеҙгә уңыштар һәм изгелек теләйем.
Владимир Путин
***
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:
Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым!
Нацизмды ҡыйратҡан күп милләтле халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы ҡаҡшамаҫ батырлыҡ символы, ысын патриотизм өлгөһө булып тора.
Был изге көн тыныслыҡтың, һәр кеше ғүмеренең ни тиклем ҡәҙерле булыуы хаҡында иҫебеҙгә төшөрә. Беҙгә азатлыҡ һәм киләсәк бүләк иткән ветерандарҙы ҙур рәхмәт тойғоһо менән хөрмәтләйбеҙ. Махсус хәрби операция яугирҙарының сыҙамлығына, ҡаһарманлығына һоҡланабыҙ. Улар, ата-бабаларына лайыҡлы алмаш булып, илебеҙ мәнфәғәттәрен һәм именлеген ышаныслы яҡлай. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға яңы уңыштар, һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем.
Михаил Мишустин
***
Ҡотлау хаты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килде. Унда былай тиелә:
9 Май – халҡыбыҙ тарихында айырым дата. Еңеү көнө – милли ғорурлыҡ һәм берҙәмлек символы ул.
Һикһән бер йыл элек кешелек тарихында иң аяуһыҙ һәм ҡан ҡойошло һуғыштарҙың береһе тамамланды. Беҙ геройҙарыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Улар хаҡындағы хәтер быуындан-быуынға һаҡсыл тапшырыла. Беҙ тыл хеҙмәтсәндәренә һәм илде тергеҙеүсе, уның ҡеүәтен арттырыусы һәр кемгә тәрән хөрмәт күрһәтәбеҙ. Был кешеләр беҙгә иң бөйөк ҡиммәттәрҙе – йәшәү, эшләү, уҡыу, яратыу һәм балалар тәрбиәләү азатлығын – бүләк иткән.
Һәм бөгөн был ҡиммәттәрҙе алғы һыҙыҡта, иңгә-иң терәшеп, беҙҙең яугирҙар, табиптар, ирекмәндәр яҡлай. Улар күп милләтле Рәсәйҙең тыныслығы, суверенитеты һәм берҙәмлеге өсөн көрәшә.
Хөрмәтле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! Ватан азатлығы өсөн һәләк булғандарҙың барыһы ла мәңге хәтерҙә!
Байрам менән! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Игорь Комаров

