

«Мине иҫкә алығыҙ һәм Мин һеҙҙе иҫтә тотормын. Миңә рәхмәтле
булығыҙ һәм ҡәҙерҙе белмәүселәрҙән булмағыҙ» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 152 аят).
«...Аллаһты күпләтә иҫкә алыусы ирҙәр һәм ҡатындар өсөн Аллаһ ғәфү
итеүен һәм бөйөк сауабын әҙерләгән» («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 35 аят).
Һәр беребеҙгә изге уй-ниәттә генә булып, Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын. Ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Раббыбыҙ изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын насип итһен. Һәр беребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, хәйерле, бәрәкәтле, иманлы ғүмер, ике донъя бәхете бирһен. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ .