

Миҙал махсус хәрби операция менән бәйле бурыстарҙы үтәү, ирекмәнлек, гуманитар һәм хәйриә ярҙамы өсөн бирелә.
Уға лайыҡлы кандидаттарҙы комиссия ҡараны һәм БР Башлығы был награданы ҡырҡ биш кешегә тапшырҙы. Улар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров, «Ватан»ды һаҡлаусылар дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм төрлө өлкәлә махсус хәрби операцияға ярҙам иткән етәкселәр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, водителдәр һәм меценаттар бар ине.
Был миҙалдың кешегә үлгәндән һуң да тапшырылыуы мөмкин.
Фото авторҙан.