Өфөлә колледж студенттары БПЛА менән идара итергә өйрәнә

Өфөләге Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында ғәмәли геодезия буйынса белгестәр яңыса әҙерләнә. башлаған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә колледж студенттары БПЛА  менән идара итергә өйрәнәӨфөлә колледж студенттары БПЛА  менән идара итергә өйрәнә
Өфөлә колледж студенттары БПЛА менән идара итергә өйрәнә

Хәҙер традицион ер өҫтө үлсәү ысулдарын яйлап дрондар ҡулланып башҡарылған яңы алымдар алмаштыра. Күптән түгел уҡыу йортонда «Пилотһыҙ системаларҙы эксплуатациялау» тигән айырым йүнәлеш тә асылған.

Бөгөнгө геодезист өсөн электрон тахеометрҙар, спутник ҡабул иткестәре һәм нивелирҙар менән генә эш итә белеү генә етмәй, тармаҡҡа пилотһыҙ осоу аппараттары киң индерелә, һәм улар төҙөлөш менән ер үлсәү эштәрендә киң мөмкинлектәр аса. Белгестәр әйтеүенсә, дрондарҙы лазер сканерҙары һәм геодезик приборҙар менән берләштереү ерҙең аныҡ һанлы моделдәрен төҙөргә, топографик карталар әҙерләргә, шулай уҡ төҙөлөш объекттарын контролдә тоторға ярҙам итә.

Колледждың ғәмәли геодезия буйынса цикл комиссияһы рәйесе Елена Кратынская билдәләүенсә, лазер сканеры ҡуйылған квадрокоптерҙар ярҙамында ерҙең рельефын, юлдарҙы, күперҙәрҙе һәм төҙөлә торған биналарҙы ентекле өйрәнергә мөмкин. Был иһә геодезия тармағын яңы кимәлгә күтәрә.

Заманса технологияларға баҫым яһаған колледж 2023 йылда «Пилотһыҙ системаларҙы эксплуатациялау» һөнәре буйынса тәүге студенттарҙы ҡабул иткән. Бөгөн был йүнәлештә 130 студент белем ала. Уҡыу ваҡыты 3 йыл да 10 ай дауам итә. Уҡыуын тамамлаусылар урта профессиональ белем һәм БПЛА операторы квалификацияһы ала.

Колледж бүлексәһе мөдире Эльза Арсланова һүҙҙәренсә, пилотһыҙ системалар буйынса белгестәр бөгөн бик кәрәкле һөнәр эйәләренә әйләнә. Улар киләсәктә сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, хәүефһеҙлек һәм оборона өлкәләрендә эшләй аласаҡ.

Студенттар уҡыу менән бер рәттән төрлө чемпионаттарҙа һәм конкурстарҙа ла ҡатнаша. Махсус фәндәр уҡытыусыһы Артём Саттаров әйтеүенсә, бындай сараларҙа ҡатнашыусылар дрондарҙы программалаштырыуҙы, идара итеүҙе һәм уларҙың мөмкинлектәрен тиҙерәк үҙләштерә.

Бөгөн пилотһыҙ осоу системалары халыҡ хужалығының күп тармаҡтарында киң ҡулланыла. Бигерәк тә оборона сәнәғәтендә был өлкәләге белгестәргә һорау ҙур. Шуға күрә Өфө колледжында әҙерләнгән йәш белгестәрҙең киләсәге өмөтлө тип баһалана.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова