

«Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фонды ойошторған «Юридик десант» республика акцияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтелде. Консультацияларға Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы райондары һәм Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы мөрәжәғәт итте. Берҙәм ҡабул итеү көнөндә төрлө дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары белгестәре ҡатнашты.
Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың яҡындары бер «тәҙрә» форматында һорауҙарын биреп, яуаптар алды. Дөйөм алғанда, 300-ҙән ашыу кешенән 850-нән күберәк мөрәжәғәт ҡабул ителде. Күберәк түләүҙәр, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү, торлаҡ мәсьәләләре, льготалар һәм ярҙам саралары буйынса һорауҙар яңғыраны.
Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Гөлнур ханым ире Самат ағайға страховка түләүҙәре буйынса һорашырға килгән ине. Уларға һаман да тейешле страховка түләүе килеп етмәгән. Был мәсьәлә буйынса ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп, күпме генә хат яҙып ҡарамағандар, әлегә аныҡ яуап алмағандар.
Гөлнур Хафизованың тормош иптәше Самат ағай махсус хәрби операция биләмәһендә штурм отряды командиры булып хеҙмәт иткән. Ул 2024 йылдың июнь айында контракт төҙөп, ил һағына баҫа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр яугир октябрь айында ҡаһармандарса һәләк була. Самат ағай Ватан алдындағы батырлығы, ҡыйыулығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Республика акцияһына ярашлы, «Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы» осрашыуы ла ойошторолдо. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Эмиль Шәймәрҙәнов, социаль координаторҙар, махсус хәрби операция ветерандары, әүҙем ирекмәнлек эше алып барған батыр яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре ҡатнашты. Эмиль Владислав улы әйтеүенсә, Стәрлетамаҡта йылына ике тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн консультация көндәре үткәрелә. Ул махсус хәрби операция башланғандың тәүге көнөнән алып гуманитар ярҙам йыйыуҙарын, фронттан ҡайтыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтелеүен дә һөйләне. Республикала тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге лә асылған, үткән йылда ҡалала «Үҙ йорто» асылған, мхо геройҙарына мемориал да төҙөлгән. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина бындай осрашыуҙар ғаиләләрҙе берләштереүен белдерҙе. Осрашыу барышында әүҙем йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған яугирҙарҙың ата-әсәләренә «Ватанды һаҡлаусы атаһы», Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын- ҡыҙ - милләт әсәһе» йәмәғәт миҙалдары, ә махсус хәрби операция ветерандарына Рәхмәт хаттары тапшырылды.