

Бөгөн ул үҙенең 101 йәшен һәм Еңеүҙең 81-се яҙын ҡаршылай. Ошо уңайҙан Толбазы ауылында герой хөрмәтенә ысын парад ойошторолдо.
Шәриф Ғәҙи улы 1925 йылдың 6 майында донъяға килгән. 1943 йылдан алып ул 1-се Белоруссия фронтының 61-се армияһы составында һуғыша, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша һәм Берлинды алыуҙа батырлыҡ күрһәтә. Тап Берлинда ул үҙенең 20 йәшен ҡаршылай.
Һуғыштан һуң механизатор һәм шофёр булып хеҙмәт итә. Ғүмерлек тормош юлдашы Рәшиҙә Әхмәтвәли ҡыҙы менән 51 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Улар дүрт бала һәм ете ейән-ейәнсәр тәрбиәләп үҫтерә.
Шәриф Мусагитов «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн» һәм «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.