

Операторҙар был турала СМС-хәбәрҙәр ебәрә башланы. Быға тиклем ошондай уҡ иҫкәртеүҙәр Мәскәүҙә лә таратылғайны. «5 майҙан 9 майға тиклем мобиль интернет һәм СМС хеҙмәттәренә сикләүҙәр арҡаһында, ҡулаҡсаһыҙ түләүҙә, банкоматтарҙы файҙаланыуҙа, банк ҡушымталарына инеүҙә һәм 900 номерынан килгән СМС-хәбәрҙәрҙе алыуҙа ауырлыҡтар тыуыуы мөмкин. Борсолмағыҙ: һеҙ Wi-Fi селтәренә тоташа алаһығыҙ, ә раҫлау кодтары СберБанк Онлайн ҡушымтаһының операциялар тарихында күрһәтеләсәк. Беҙ һеҙҙең менән һәм һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. СберБанк», -тип әйтелә хәбәрҙә.