

Ысынлап та, “әгәр” һүҙе шайтан өсөн һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙгә бер ишек.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһиссәлләмдең ҡайһы бер ғибрәтле нәсихәттәре һеҙгә лә файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.
Бәхәсләшмәгеҙ, башҡаларҙан көлмәгеҙ һәм үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр бирмәгеҙ.
Ысынлап та, Аллаһ һәр эштең йомшаҡлыҡ һәм изгелек менән башҡарылыуын ярата.
Йомшаҡлыҡ ҡайҙа ғына булһа ла – һәр нәмәне биҙәй, ә уның булмауы һәр нәмәне йәмһеҙләй.
Башҡа кешеләргә мәрхәмәтле булмаған кешегә ҡарата Аллаһы Тәғәлә лә мәрхәмәтле булмаҫ.
Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең ҡиәфәтегеҙгә лә, мал-мөлкәтегеҙгә лә ҡарамай. Ул һеҙҙең йөрәгегеҙгә һәм ҡылған ғәмәлегеҙгә ҡарай.
Еңеләйтегеҙ, ҡатмарлаштырмағыҙ, шатландырығыҙ һәм нәфрәтләндермәгеҙ.
Күҙҙәребеҙ илаһа ла, йөрәгебеҙ моңайһа ла, Аллаһ Раббыбыҙ риза булған һүҙҙәрҙе генә һөйләйек.