

Яҡшылап өтөп, ҡырып, йыуылған баш-тояҡты 4 – 5 сәғәт талғын утта ҡайнатырға. Һурпаны һөҙөргә, итте һәм ҡойҡаны, һөйәгенән айырып, ваҡлап турарға. Һөҙөлгән һурпаға һалып, туралған ҡатнашманы тағы ҡайнатырға. Борсаҡлы борос, тоҙ, тәмләткестәр һәм һуған өҫтәргә. Әҙер ҡойҡаны эҫеләй генә йәйенке һауытҡа ҡойоп, 4 – 5 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға.
Бындай ризыҡты һыуыҡ килеш ашарға кәрәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан.