Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апреля , 09:45

Кесерткәндән аш

Кесерткән организмды таҙарта, нығыта һәм витаминға байыта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кесерткәндән ашКесерткәндән аш
Кесерткәндән аш

Бер тотам кесерткән япрағының өҫкө йомшаҡ яҡтары, дүрт картуф, өс йомортҡа, бер стакан самаһы он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ кәрәк. Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуға картуф турап һалырға. Онға йомортҡа һытып, ыумас ыуырға һәм болғата-болғата ашҡа һалырға. Кесерткән япрағын йыуырға һәм эҫе һыу менән бешекләргә. Уны турап, ике йомортҡаға ҡушып болғатырға ла ашҡа өҫтәргә. Ҡаймаҡ һалып ашарға була.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова