

һүҙе булһа, көйө табылыр,
Иле булһа, бейе табылыр.
***
Имеш-мимеш - үс-нәфрәттең ҡәрҙәше,
Улар ерҙә йөрөй һәр саҡ йәнәшә.
***
Йырсылар бар - сәхнәләрҙең түрендә,
Йырсылар бар - йөрәктәрҙең төбөндә.
***
Бәхет табам тиһәң, тормошта,
Ал-ял белмәй ян һин һәр эштә.
***
Үҙе сөй буйы,
Теле кий буйы.
***
Үлән шыта орлоҡтан,
Хәйерселек - ҡоллоҡтан.
***
Олоғайһаң, төңөлөүе еңелерәк,
Кисәге көн бөгөнгөнән күңеллерәк.
***
Хаким һүҙе - таяҡтай,
Сәсән һүҙе - маяҡтай.
***
Бейҙең һүҙе бейектән,
Халыҡтыҡы - белектән.
***
Ерең бирһәң бүтәнгә,
Ҡалырһың ҡаҡ күтәнгә.
***
Аҡсаң булһа, таянырһың бөйөрөңә,
Болһоҙ булһаң, таянырһың ни ереңә?
***
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН
"Һуҡмаҡ" йыйынтығынан
#ЮлайКәримовфотоһы
"Беҙҙең МАХ каналға ин!
https://max.ru/yeshlek_gazite"